11.02.2020
8 февраль Өфө ҡалаһында “Һинең эргәңдә йәшәгән ҡаһарман тураһында һөйлә” республика иншалар конкурсында еңеүселәрҙе билдәләү тантанаһы булды. Был сарала беҙҙең мәктәптән 9- сы класс уҡыусыһы Күсәкова Диананың да булыуы беҙҙең өсөн ҡыуаныслы хәл. Ул башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Һөйөндөкова З.М. етәкселегендә Чечен һуғышында ҡатнашыусы ауылдашыбыҙ Сабиров З. тураһында бик фәһемле инша яҙғайны. Тантаналы сара Күсәкова Д. бик оҡшаған. Уларға танытмалар һәм миҙалдар, Милли музейға саҡырыу ҡағыҙы тапшырғандар.
Просмотров всего: , сегодня: