15.03.2020
14 мартта беҙҙең мәктәптә Башҡортостанда үткәреләсәк халыҡ- ара фольклориадаға арналған тағы бер тематик шәмбе үтте. Уҡыусылар был фестивалдең үҙенсәлекле халыҡ ижады Олимпиадаһы икәнен белделәр. Ул үҙ эсенә халыҡ бейеүҙәрен, йырҙарын, музыка ҡоралдарында уйнауҙы, халыҡ уйындарын, шөғөлдәрен ала. Башҡортостан 80- дән ашыу илдән ҡунаҡтар көтә. Беҙ уларҙы нимәләр менән аптырата алабыҙ? Уҡыусылар викторина һорауҙарына яуап бирҙеләр, мәктәп музейында экскурсияла булдылар.
Просмотров всего: , сегодня: