09.10.2020
11 октябрь беҙҙең республика үҙенең төп байрамын- Башҡортостан Республикаһы көнөн билдәләй. Ошо байрамды үткәреү сиктәрендә Новониколаевка ауылы төп дөйөм белем биреү мәктәп- интернатында 9 октябрь көнө башланғыс класс уҡыусылары өсөн тематик көн уҙғарылды. Сараның маҡсаты уҡыусыларҙы әкиәттәр, төрлө уйындар аша башҡорт халҡының мәҙәниәтенә, сәнғәтенә ылыҡтырыу ине. Тәүҙә барлыҡ кластарҙа ла “Нимә ул Башҡортостан суверенитеты?” тигән темаға класс сәғәттәре үткәрелде, аҙаҡ уҡыусылар саф һауала халыҡ уйындары уйнанылар. Сара бик күңелле үтте, барыһы ла ҡәнәғәт ҡалдылар.
Просмотров всего: , сегодня: