09.12.2020
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров указы менән 2020 йыл Башҡорт теле йылы тип иғлан ителде. Шулай уҡ 2019 йылдан алып 14 декабрь рәсми рәүештә Башҡорт теле көнө тип билдәләнә. Был көн башҡорт халҡының бөйөк улы Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөнә тап итеп билдәләнеүе ҙур әһәмиәткә эйә. Уның исемен Өфөлә Башҡорт дәүләт педагогия университеты ла йөрөтә. Уҙған йылға йомғаҡ яһап, университет 11, 12 декабрҙә “Аҡмулла диктанты” уҙғара. Диктант үҙ эсенә 30 тест һорауын индерә: Аҡмулланың тормошо, ижады тураһында 10 һорау, уның замандаштары тураһында 10 һорау һәм башҡорт теле буйынса 10 һорау. Диктантта ҡатнашыу шарттары тураһында тулы мәғлүмәт https://bashdict.ru сайтында бирелгән һәм был сарала ҡатнашыу өсөн дә ошо рәсми сайтҡа инеү талап ителә.
Просмотров всего: , сегодня: