14.12.2020
14 декабрҙә Башҡорт теле көнө сиктәрендә мәктәбебеҙҙең барлыҡ кластарында ла башҡорт теленән Берҙәм дәрестәр үтте. 5-7 кластарҙағы дәрестәр дәрес- уйын формаһында ойошторолдо. Уҡыусылар тел- һүҙ тураһындағы башҡорт халыҡ мәҡәлдәрен барланы, йомаҡтар систе, грамматик эштәр башҡарҙы. Тылсымлы һүҙҙәр донъяһында ла булдылар. Туған тел тураһында шиғырҙарҙы тасуири уҡынылар. Уҡыусылар башҡорт теленең бай ҙа, хикмәтле лә икәненә инанды. 8, 9 кластар өсөн әҙәби сәғәттәр үтте. Дәрестәрҙә М. Аҡмулла тураһындағы төрлө күргәҙмә һәм презентация материалдары өйрәнелде, уның шиғырҙарына ижад ителгән музыкаль әҙәрҙәр яңғыраны, күренекле артистар башҡарыуындағы мәғрифәтсенең шиғырҙары тыңланды. Уҡыусылар үҙҙәре лә шағирҙың әҫәрҙәрен башҡарҙылар. Иң оҡшағаны Милли әҙәбиәт музейының М.Аҡмуллаға арналған виртуаль турына инеү булды.
Просмотров всего: , сегодня: