11.12.2020
Бөгөн мәктәп - интернатыбыҙҙа"Башҡорт теле йылы" сиктәрендә " Теле барҙың - иле бар" тип исемләнгән туған тел тураһында шиғыр уҡыусылар флешмобы булып үтте. Уның девизы итеп Рәми Ғариповтың:
"Туған телем тыуған еремдә
Яңғыраһа мәңге йыр булып,
Һис үкенмәҫ инем, гүремдә
Ятҡанда ла ҡара ер булып ..."
Башҡорт теленең киләсәге – йәш быуын ҡулында. Әгәр һәр беребеҙ телебеҙҙе яратып өйрәнһә, башҡаларҙың да ихтирамын яулай алһа, ул мотлаҡ йәшәр! Ә телебеҙ булһа, милләт йәшәй, туплана, тел ярҙамында киләсәккә юл яра.
Просмотров всего: , сегодня:
Дата создания: 15.12.2020
Дата обновления: 15.12.2020
Дата публикации: 11.12.2020